Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргатира Болычева әйтеүенсә, Беларусь – беҙҙең иң әүҙем сауҙа партнерҙарының береһе (ТОП – 3 исемлегендә).
Эш сәфәрендә ҡунаҡтар республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында үҙҙәренең предприятиеһы менән таныштырҙы, “АгроКомплекс” махсуслаштырылған күргәҙмәһенә барҙы.
“Гомельское отделение БелТПП” предприятиеһы етәкселеге менән Башҡортостандың ”Офис-группа” Конгресс-бюроһы һәм Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге вәкилдәре араһында килешеүҙәр төҙөлдө. Бынан тыш, Белоруссия делегация БР ауыл хужалығы министрлығында ла осрашыу уҙғарҙы. Һөҙөмтәлә, беҙҙең министрлыҡ менән “Гомсельмаш” йәмғиәте араһында өҫтәмә килешеүгә лә ҡул ҡуйылды.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.