Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2022, 14:41

Беҙҙекеләр – Ташкентта

Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Ташкент халыҡ-ара инвестиция форумында ҡатнаша.

Беҙҙекеләр – Ташкентта
Беҙҙекеләр – Ташкентта

Уның составына Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Сергей Греков, «Башҡортостандың стратегик асыштар үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Рөстәм Дәүләтов һәм «ЦСИ» директоры Руслан Шәймөхәмәтов ингән.

Эш сәфәрендә республика делегацияһында ҡатнашыусылар инвестиция хеҙмәттәшлеге, бүлеү үҙәктәре төҙөлөшө, ауыл хужалығы, еңел сәнәғәт, нефть-газ тармағы, тауар әйләнеше һәм импортты алмаштырыуҙа логистик сылбырҙарҙы төҙөү мәсьәләләре буйынса һөйләшеүҙәр үткәрергә ниәтләй.

Шулай уҡ юғары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек булдырыу күҙаллана –  Ташкентта Нефть университетының филиалын асыу өсөн Үзбәкстандың Мәғариф министрлығы менән осрашыу планлаштырылған.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Беҙҙекеләр – Ташкентта
Беҙҙекеләр – Ташкентта
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: