РФ Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы «Башспирт» сауҙа йорто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең элекке директоры Ольга Винникованы эҙләй. Ул 13,2 мең шешә алкоголле эсемлек урлауҙа ғәйепләнә.
Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө (“Хеҙмәт вазифаһынан файҙаланып мутлашыу”) буйынса енәйәт эше 2020 йылдың ғинуарында сауҙа йорто етәкселегенең ғаризаһы буйынса Винниковаға ҡарата асылды. Тәфтишселәр версияһы буйынса, 2017 йылдың авгусынан 2018 йылдың декабренә ҡәҙәр ғәйепләнеүсе, «Башспирт» сауҙа йорто директоры булараҡ, бухгалтер документтарына ялған мәғлүмәттәр индереп 2,7 миллион һумлыҡ алкоголь продукцияһын урлаған.
2022 йылдың мартында Винникова Тәфтиш идаралығына бармай, «Метта» компанияһында (ул үҫеш буйынса директор булып эшләй) хеҙмәткәрҙең 5 мартҡа тиклем Мәскәүгә командировкаға, һуңынан 9–22 мартта тағы бер командировкаға ебәрелеүе тураһында хәбәр итәләр. Тәфтишселәр мәғлүмәттәре буйынса, ғәйепләнеүсе 27 февралдә республиканан сығып киткән, әле уның ҡайҙалығын асыҡлау буйынса сара күрелә.
Ольга Винникованы эҙләү һәм тотоу РФ Эске эштәр министрлығының БР буйынса Енәйәтте тикшереү идаралығына йөкмәтелде.
Фото: Т. Аманов