Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2022, 15:27

Башҡортостанда телекоммуникация компанияһы хеҙмәткәрҙәр йыя

Телекоммуникация хеҙмәттәрен күрһәтеүсе Рәсәй компанияһы бөтә бизнес-йүнәлештәрҙәге белгестәр командаһын киңәйтеү һәм Башҡортостан Республикаһында ИТ-эксперттар өсөн өҫтәмә вакансиялар йәрминкәһен асыу тураһында хәбәр итә.

Башҡортостанда телекоммуникация компанияһы хеҙмәткәрҙәр йыя
Башҡортостанда телекоммуникация компанияһы хеҙмәткәрҙәр йыя

- Төбәк операторы вакансияһына һорау буласаҡ, тип күҙаллана. Бөгөн хеҙмәт эшмәкәрлеген мәғлүмәти технологиялар менән бәйләргә теләгән йәш белгестәрҙең һаны арта, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиев.

Компанияның Башҡортостан филиалында эшләүгә, атап әйткәндә, һатыу һәм техник инфраструктураны үҫтереү өлкәһендә белгестәр талап ителә.

Компания клиенттар сервистары хеҙмәтенең (шул иҫәптән ситтән тороп эшләү мөмкинлеге менән) һәм МТС-тың ваҡлап һатыу салонында да хеҙмәткәрҙәр туплай. Эшкә төрлө кимәлдәге хеҙмәткәрҙәр - йәш белгестәрҙән, шул иҫәптән өлкән курс студенттарынан алып, танылған эксперттар һәм етәкселәр саҡырыла.

- Компанияның яңы хеҙмәткәрҙәрен ҡыҙыҡлы проекттар өҫтөндә эш көтә һәм был уларға заманса ИТ-компанияла карьера төҙөү мөмкинлеге бирәсәк, - тип билдәләне Башҡортостандағы МТС директоры Егор Фисюк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: