-1 °С
Болотло
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының «Йәштәр» карьерында күп сериялы фильмдың һуңғы этабы төшөрөлдө. Был хаҡта «Учалы» гәзите хәбәр итә.
«Смерть манекенщицы» («Последнее дело майора Бессонова») детективында төп ролде билдәле актер Сергей Безруков башҡара. Ваҡиғалар 1974 йылда Мәскәүҙә, Брежнев дәүере осоронда бара. Бер ваҡыт Кузнецк күперендә манекен ҡатындың кәүҙәһен табалар. Тикшереү барышында ойошмала бик күп “ҡара эш” ҡылыныуы асыҡлана...
Билдәләнеүенсә, фильмға урындағы халыҡ та йәлеп ителгән.
Фото: Т. Аманов