Күптән түгел улар үҙҙәренең мәрхәмәмәтлелек миссияһын башҡарып тыуған илгә ҡайтты һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
«Медиктарҙы махсус операция барған ергә ебәрергә йыйыныуҙарын ишеткәс, Донбастағы хеҙмәттәштәребеҙгә ярҙам итергә теләк белдерҙем. Донецк дауаханаһында табиптар бригадаһы менән бергә бик ауыр операциялар эшләнек”, – тип һөйләй Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының анестезиолог-реаниматологы Лидия Ахунова.
«Мин Донецк һәм Луганск республикаларында йылдар буйы дауам иткән хәлгә битараф түгелмен. Шундай шарттарҙа йәшәргә мәжбүр булыусы кешеләргә ярҙам иткем килде. Ғаиләмә был хаҡта әйтеп торманым, барғас ҡына хәбәр иттем. Донецк халҡы көслө һәм ныҡ, мине уларҙың илһөйәрлеге хайран итте”, – ти үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһы хирургы Тэймураз Иҙрисов.
Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының лор-табибы Артур Мөғәллимов Донецк республикаһына йыйыныусы белгестәргә һәр ауыр хәлдә уға кәңәш һорап мөрәжәғәт итә алыуҙарын белдерҙе.
Осрашыу барышында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин табиптарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
«Беҙҙең табиптар ниндәй көслө рухлы кешеләр булыуын тағы бер ҡат иҫбатланы. Беҙҙең миҫал ни тиклем мөһим һәм кешелекле икәнен биләдәләп китеү кәрәк. Был һеҙҙең иң ауыр шарттарҙа ла үҙегеҙҙең табип бурысын үтәргә әҙер булыуығыҙ хаҡында һөйләй», — тине ул.
Башҡортостандан 8 кешенән торған киләһе табиптар төркөмө апрелдә Донбасҡа юлланасаҡ.
Фото:Башинформ.