Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2022, 10:13

Баҙарҙа хаҡтар ни хаҡ?

Бөгөн киске сәғәт 7-лә БЮТ каналында аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыу мәсьәләһенә арналған брифинг үткәрелә. #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Баҙарҙа хаҡтар ни хаҡ?
Баҙарҙа хаҡтар ни хаҡ?

Дарыуханаларҙа препараттар етерлекме? Аграрийҙар нимә сәсер, республикала ит етерлек күләмдәме? Ҡасан туристарҙы сит илдән ҡайтарырҙар? Санкция шарттарында предприятиелар нисек эшләй? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты брифингта алырға мөмкин. Бынан тыш, унда республика ойошмаларындағы вакансиялар хаҡында мәғлүмәт биреләсәк. 

Тура эфир БЮТ каналында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә буласаҡ.

 #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: