Депрессияға ҡаршы көрәш көнөн кемдәр, ҡасан, ҡайҙа булдырыуы тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Был көндөң маҡсаты – сиргә иғтибар йәлеп итеү, уның эҙемтәләре менән таныштырыу, һаҡланырға саҡырыу.
Депрессия донъяға таралған. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, уға 350 миллион самаһы кеше дусар.
Баҡһаң, ҡатын-ҡыҙҙар йышыраҡ ауырый.
Дауа терапияһының бер ысулы – серотонин һәм дофамин гормондарының кимәлен көйләү. Нисек көйләнәме? Тейешле һәм тыныс йоҡо, яҡтылыҡта күберәк булыу, даими физик эш, дөрөҫ туҡланыу.
Үкенескә күрә, яңы бала тапҡан ҡатындарҙың 20 проценты депрессияға бирелеүсән.
Гиппократ “меланхолия” тип атап, хеҙмәт яҙған сир беҙҙеңсә “депрессия” була инде.
Күңел көйһөҙлөгөнә бирелгәнде нисек белергә?
Кәйефегеҙ йыш төшһә, һағыш баҫһа, йыш арыһағыҙ, бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмай башлаһағыҙ, йоҡоһоҙлоҡ йонсотһа, аппетитығыҙ булмаһа, нервыларығыҙ ҡуҙғыһа, хатта үҙ-үҙегеҙҙе үлтереү (Аллам һаҡлаһын!) тураһында уй башығыҙға йыш килә башлаһа, тимәк, һеҙҙә – депрессия.
Сирҙе дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү яҡшыраҡ, ти табиптар. Ауырымағыҙ!