Өфөлә «Башавтотранс» кондукторына бәйле йәнә бер күңелһеҙ хәл булған. Бер әсә социаль селтәрҙә ялыу урынлаштырған:
– 4 мартта көндөҙгө сәғәт икелә 13 йәшлек ҡыҙым Галле округында 74-се автобусҡа ултыра. «Тинькофф» картаһы менән иҫәпләшә, әммә ниңәлер аҡса күсмәй. Кондуктор ауыр сирле баламды «Мир» фирмаһында автобустан ҡыуып сығара. Ҡыҙым шәкәр диабетынан яфалана. Уға йәйәүләп ҡайтып етергә тура килә, 4-5 туҡталыш. Ошо арҡала ҡыҙымдың шәкәре төштө. Физик көсөргәнешлек, борсолоу ярамай уға.
«Башавтотранс»тың матбуғат секретаре Ксения Кравченко бының өсөн баланың әсәһенән ғәфү үтенгән. Мөрәжәғәт буйынса тикшереү башланған.
Бынан алда тупаҫ рәүештә баланы автобустан ҡыуып төшөргән кондукторҙы эштән ебәреүҙәре хаҡында яҙғайныҡ.
"Ишектәр асылыу менән бынан осоп сығасаҡһың!" (ye102.ru)