Баш ҡалала автомобиль аварияларында башлыса водителдәр ғәйепле (71 осраҡ). Йәйәүлеләр ҡатнашлығында авариялар иң күбе Киров (22 осраҡ) һәм Октябрьский (19 осраҡ) райондарында теркәлгән.
Аварияларҙың өстән бер өлөшөндә водителдәр йәйәүлеләрҙе үткәүел аша үтеп барғандарында бәрҙергән.
Ә йәйәүлеләр юлды үткәүел аша түгел, ә теләһә ҡайҙан үткәндә тапалып ҡуя.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау ошондай фажиғәле эҙемтәләргә килтерә.
Водителдәргә юлда һәр саҡ иғтибарлы булырға, йәйәүлеләрҙең юлға ҡапыл килеп сығыуы мөмкин булған урындарҙа тиҙлекте кәметергә кәрәк.
Йәйәүлеләргә лә юл аша сыҡҡанда һаҡ булырға, ашыҡмаҫҡа ине.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү - хәүефһеҙлекте тәьмин итеү ул.
Фото: БР ЮХХДИ.