Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2022, 15:20

“Агрокластар” барлыҡҡа килә

Уларҙа ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләнәсәк. 

“Агрокластар” барлыҡҡа килә
“Агрокластар” барлыҡҡа килә

Өфөлә уҙған “Агрокомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһендә бик кәрәкле проект ҡаралды. Ул агросәнәғәт тармағын кадрҙар менән тәьмин итеүгә бәйле.

Республиканың Ауыл хужалығы менән Мәғариф һәм фән министрлыҡтары бер нисә уҡыу йорто менән берлектә ауыл ъхужалығы белгестәрен әҙерләйәсәк. Проектҡа Стәрлетамаҡ районының Николаевка, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ, Ейәнсура районының Абҙан мәктәптәре, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара, Бәләбәй механизация һәм электрофикация, Ауырғазы күп профилле колледждары, Йәрмәкәй районының “Северная Нива Башкирия”, Ҡырмыҫҡалы районының ”Кировец-Уфа”, Мәләүез районының ”Ашҡаҙар”, Стәрлетамаҡ районының "Дружба” һәм Калинин исемендәге предприятиелары ҡушылған. Уҡыуҙар ауыл хужалығы предприятиелары базаларында ла үтәсәк.

БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, үкенескә күрә, беҙҙә тармаҡта кадрҙар дефициты күҙәтелә. “Агрокласс” проекты ярҙамсы булыр, тигән ышаныс бар.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

“Агрокластар” барлыҡҡа килә
“Агрокластар” барлыҡҡа килә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: