Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2022, 09:40

Йәштәр тотош ғаиләне янғындан ҡотҡарған

20 мартҡа ҡарай төндә Салауат районының Малаяҙ ауылынан Абҡадировтар ғаиләһенең йортонда янғын сыға. Шәхси йорттоң ихатаһында мунса яна. Был ваҡытта йорт хужалары һәм уларҙың балалалары тәрән йоҡоға талған була.

Йәштәр тотош ғаиләне янғындан ҡотҡарған
Йәштәр тотош ғаиләне янғындан ҡотҡарған

 

Ут сығыуын үтеп барыусы йәштәр күреп ҡалған, улар янғын һүндереүселәрҙе саҡырған һәм тотош ғаиләне фажиғәнән ҡотҡарған.

Рәхмәтле ғаилә бәләнән ҡотҡарыусы йәш кешеләрҙең исемдәрен атаны: Линар Ғафаров, Наҙгөл Нуриева, Максим Гусев, Илдар Хәйеров.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: