22 мартта БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә төбәктең ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов белдереүенсә, предприятиелар көн дә 550 тонна шәкәр оҙата. Был былтырғынан ике тапҡырға күберк. Республика келәттәрендә 36 мең тонна шәкәр һаҡлана.
Былтыр Башҡортостанда 150 мең т шәкәр етештерелгән - был медицина күрһәткестәре буйынса ҡулланыу нормаһынан биш тапҡырға күберәк тигәнде аңлата.
Оператив кәңәшмәне ошо һылтанма буйынса ҡарағыҙ: https://www.youtube.com/watch?v=BfcCIeGkyok