Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2022, 13:14

Сирләүселәр һаны көндән-көн кәмей

Һуңғы көндәрҙә республикала коронавирус менән ауырыусылар һанының кәмеүе күҙәтелә. 

Сирләүселәр һаны көндән-көн кәмей
Сирләүселәр һаны көндән-көн кәмей

 Тәүлек эсендә 706 кешенең ковидҡа ПЦР-тесы ыңғай һөҙөмтә күрһәткән.   Шулай итеп пандемия башланғандан алып яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны   271 537 кешегә етте.

Әлеге ваҡытта  135 пациент    ковид-госпиталдә медицина ярҙамы ала,   15 623 кеше амбулатор рәүештә дауалана.  

 Бөтәһе  250 295 ковид  менән зарарланыусы унан имен-аман ҡотолған, шуларҙың 1615-е – һуңғы тәүлектә сирҙе еңеүгә өлгәште.  

Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакциналау ҙа дауам итә.   Башҡортостанда бөтәһе  2 510 623 кеше вакцинаның тәүге компонентын эшләткән,   тулыһынса вакциналаныусылар иҫәбе 2 383 158-гә етте.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: