Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2022, 16:44

Республикала йөҙәрләгән пар билдәләнгән туйҙан баш тартҡан

Банкеттар ойошторолмаясаҡ.

Республикала йөҙәрләгән пар билдәләнгән туйҙан баш тартҡан
Республикала йөҙәрләгән пар билдәләнгән туйҙан баш тартҡан

Республикала нисә парҙың ЗАГС-ҡа ғариза биреүе, ләкин никахын теркәмәүе билдәле булды.
Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты һуңғы ике йыл буйынса мәғлүмәттәр бирҙе. 2020 йылда Башҡортостанда 21 468 пар никахтарын теркәргә ҡарар иткән, шуларҙың 386-һы ЗАГС-ҡа килмәгән.
Былтыр никах теркәүгә 26 148 ғариза бирелгән, шуның менән бергә 690 йәш ғаилә өйләнешеүҙән баш тартҡан. Мәҫәлән, ике йылда 47 616 парҙың 1 076-һы никахҡа инмәгән. Ағымдағы йылдың тәүге өс айында 20 мартҡа ҡарата төбәктә 5 582 пар никахҡа инергә йыйына, ләкин уларҙың нисәүһе никахын рәсмиләштерәсәге әлегә билдәһеҙ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: