Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2022, 15:25

Ҡот осҡос хәл

Кисә иртән Өфөнөң Ульяновтар урамындағы йорттоң тәҙрәһе тәңгәлендә үле ир табылған.

Ҡот осҡос хәл
Ҡот осҡос хәл

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был бәхетһеҙ осраҡ булыуы мөмкин.

Барыһы ла биш ҡатлы йорттоң дүртенсе ҡатында булған. 43 йәшлек ир бейектән ҡолағанда үлемесле йәрәхәтләнгән. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: һәләк булыусы икенсе адрес буйынса йәшәгән. Ул табиптар килгәнсе үк йән биргән.

Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар үлем сәбәптәрен асыҡлай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: