-15 °С
Болотло
БР һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәккә тағы ла 960 доза вакцина алынған.
Уларҙы яҡын арала медицина ойошмаларына таратасаҡтар.
Билдәле булыуынса, 12 йәштән 15 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе вакциналау ата-әсәһенең рөхсәте менән генә башҡарыла. 15 йәштән ололар иһә документты үҙаллы тултыра ала.
Әлегә тиклем республикала 2880 үҫмер ковидҡа ҡаршы вакцина эшләткән.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.