Өфө районының Миловка ауылында урынлашҡан “Грация” клубы шундай мөмкинлек бирә. Унда “Кентавр” социаль проекты ғәмәлгә ашырыла: Президент гранттары фондынан 1,8 миллион һумдан ашыу аҡса алынған.
Һауыҡтырыу “дәрестәре” 1 февралдән башланған һәм 2023 йылдың 31 ғинуарынаса дауам итәсәк. Тик проектта ҡатнашыусылар һаны ғына сикле – 50 кешенән дә артмай.
Сирҙән һуң шәбәйеү шөғөлдәре иппотерапевт һәм ат йөрөтөүсе ярҙамында үткәрелә. Һәр кешегә аҙнаһына ике тапҡыр 30 минут ваҡыт бүленә.
Бушлай шөғөлләнеү өсөн шарттар: кәүҙә ауырлығы 90 кг-ға тиклем, үҙаллы йөрөй алыу, атҡа менеү, унда үҙеңде тота алыу, иппотерапияға рөхсәт буйынса табиптан белешмә.
Яҙылыу өсөн “Грация” ат клубы белгесе Элина Рәхмәтуллинаға мөрәжәғәт итергә кәрәк: +7 905 181 44 94 (WhatsApp, Telegram, смс) йәки клубтың “Бәйләнештә”ге төркөмөнә яҙырға: https://vk.com/club28897854
"Кентавр" проекты Президент гранттары фонды булышлығы менән 2017 йылдан ғәмәлгә уңышлы ашырыла.
Фото: БР Йәмәғәт палатаһы сайтынан.