Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2022, 19:46

Изге эш

Бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Федерацияһы хәрбиҙәренә ярҙамға ҡан тапшырыу буйынса акцияла ҡатнашты.

Изге эш
Изге эш

Мохтаждарға ирекле ярҙам итергә теләп, идаралыҡтың 83 хеҙмәткәре ҡан тапшырыу станцияһына килгән.

Улар араһында тәүге тапҡыр ҡан биреүселәр ҙә, "Почетлы донор" билдәһен алған кешеләр ҙә бар.

Әйткәндәй, ҡан тапшырыу буйынса акция даими үткәрелә. Изге эштәр беҙҙе берләштерә һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә ыңғай йоғонто яһай.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: