Билдәле булыуынса, «NordwindAirlines» авиакомпанияһының N4-145 “Өфө-Сочи” рейсына хәүеф янауы хәбәр ителә. Тәүҙә билдәһеҙ кеше Сочи аэропортының электрон почтаһына янап хат ебәргән. Был хаҡта Сочи аэропорты хеҙмәткәрҙәре Өфөләге хеҙмәттәштәрен иҫкәрткән. Мәғлүмәт ялған булып сыҡҡан, самолет Сочи ваҡыты менән киске сәғәт 8-се 19 минутта ергә төшкән.
Шуға ҡарамаҫтан, Өфө аэропорты ингән ерҙә контролде көсәйтте.
Фото: Т. Аманов