Республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары (НКО) быйыл да әүҙем. Беҙҙән ебәрелгән ғаризалар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында торабыҙ. Рәсәй төбәктәре араһында, Белгород өлкәһенән (597 ғариза) ҡала – икенсе.
Беҙҙән иң күп проект «Граждандарҙың һаулығын һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау» (118 проект), «Социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау» (100 проект), «Фән, мәғариф, мәғариф өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү» (77 проект) кеүек йүнәлештәр буйынса бирелгән. Конкурста республиканың 61 муниципалитетынан ҡатнашалар. Иң күбе – Өфөнән. Шулай уҡ Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларының, Ғафури һәм Өфө райондарының коммерцияға ҡарамаған ойошмалары әүҙемлек күрһәтте.
«Төбәктең уңышының төп факторы – коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың әүҙемлеге. НКО-лар араһында тәжрибәле ҡатнашыусылар төркөмө лә булдырылды. Республиканың Йәмәғәт палатаһы даими рәүештә гранттарға тапшырған йәмәғәтселәрҙең активын уҡыта, семинарҙар һәм вебинарҙар ойоштора. Беҙҙең Ресурс үҙәге яҡшы методик материалдар әҙерләгән, үҙәк эксперттары президент гранттары конкурсына ғаризаларҙы алдан тикшерә. Башҡарма властың социаль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу менән ҡыҙыҡһыныуы ла мөһим факторҙарҙың береһе. Район хакимиәттәрендә эшмәкәрлеге гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән үҙ-ара эш итеүгә йүнәлтелгән бүлектәр бар», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Азамат Йәнбирҙин.
Фото: БР Йәмәғәт палатаһы.