Фекер алышыу барышында Премьер-министр Андрей Назаров уларҙа һәр саҡ кеше ғүмере өсөн мөһим булған препараттарҙың билдәле бер резервы булһын өсөн, дарыуханалар һәм дауалау учреждениеларының эшен оператив рәүештә үҙгәртеп ҡорорға ҡушты.
— Былтыр былтыр дарыуҙһар менән льготалы тәьмин итеүгә төбәк бюджетынан 4 млрд һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, ә федераль бюджеттан – 1,78 млрд һум. Дөйөм алғанда, был 2020 йыл кимәленән 1 млрд һумға күберәк. Быйыл да финанслау күләме ошо уҡ күләмдә һаҡланған, – тип белдерҙеАндрей Назаров.
Шулай уҡ Премьер-министр “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” дәүләт программаһын әүҙемләштереүгә иғтибарҙы йүнәлтте.
— 2022 йылда Башҡортостанға бөтәһе 1,5 млрд һумға ике меңдән ашыу медицина ҡорамалы алыу планлаштырыла. Әлеге ысынбарлыҡыты иҫәпкә алып, сервис хеҙмәтләндереүен яйға һалыу мәсьәләһен уйларға кәрәк, — тине Андрей Назаров.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, санкция баҫымына ҡарамаҫтан, күп фармацевтика предприятиелары Рәсәйҙә эшләүен дауам итә. Етештереү һәм дарыуҙар, шул иҫәптән сит илдә етештерелгәндәре менән тәьмин итеү күләме, уҙған йылдан күберәк.
— Санкцияларҙы иҫәпкә алып та беҙҙә тормош дауам итә. Дәүләт программалары, милли һәм төбәк проекттары тормошҡа ашырыла. 2021-2026 йылдарға иҫәпләнгән дөйөм финанслау күләме 579 милрд һумдан ашыу тәшкил итә, — тине Максим Забелин.