Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2022, 10:10

Бөтә иғтибар IT-белгестәргә

Уларға гранттар, льготалы ипотека, субсидиялар һ.б.

Бөтә иғтибар IT-белгестәргә
Бөтә иғтибар IT-белгестәргә

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров көрсөккә ҡаршы саралар әҙерләү буйынса проект офисының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Ҡатнашыусылар һанлаштырыуҙы үҫтереү һәм тармаҡҡа ярҙам саралары булдырыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләште. 

Бөгөн санкцияларға ҡаршы көрәштә иң тәүҙә IT-тармаҡҡа иғтибар бирелә. Андрей Назаров әйтеүенсә, әле федераль кимәлдә ярҙам саралары булдырыла башлаған. 

— Мобиль ҡушымталар эшләүселәр һалым преференциялары аласаҡ. Өҫтәүенә Хөкүмәт ИТ-компанияларҙы өс йылға һалым түләүҙән һәм контроль органдары тикшереүенән азат итә, — тип белдерә Премьер. — Шулай уҡ ойошмаларға яңы проекттар булдырыуға льготалы кредиттар биреләсәк, хеҙмәткәрҙәр льготалы ипотека, гранттар алыу мөмкинлегенә эйә.

Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Геннадий Разумикин санкцияларҙың хәүефе хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, сит ит ҡорамалдарын һатып алыуҙа, ҡушымталарҙы ҡулланыуҙа ҡатмарлыҡтар килеп тыуырға мөмкин. Бынан тыш, дәүләт сайттарына DDoS-һөжүм яһала, бөтә ил буйынса компьтер атакалары теркәлә.

Ошондай хәүеф килеп тыуыуға ҡарамаҫтан, операторҙар халыҡҡа һәм власть органдарына элемтә хеҙмәтен күрһәтеүен тотороҡло дауам итә. Был йәһәттән республикала элемтә операторҙары өсөн ярҙам саралары булдырыу хаҡында ла әйтелде. Атап әйткәндә, биналарҙы, дәүләт милкендә булған элемтә объекттарын ҡуртымға алыуҙа хаҡтарҙы кәметеү, инвестиция программаларын субсидиялау ҡарала.

— Хәҙер элемтә операторҙары эшендә ҡулланылған продукттарҙы һәм программаларҙы ентекләп тикшерергә кәрәк. Сөнки элемтә мәсьәләләре һәм техник өҙөклөк йәшәйештең күп өлкәһен тотҡарларға мөмкин. Беҙ быға юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ, — тине Андрей Назаров.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: