Шат һәм ышаныслы күренгән кеше һәр ваҡыт үҙенә уңышлыларҙы һәм тик яҡшы ваҡиғаларҙы тартып торғандай. Оптимисҡа бөтә ишек асыла, ул ыңғай хис-тойғолар уята һәм тирә-йүндәгеләргә рәхәтлек килтерә.
Психологтар хатта иң киҫкен хәлдәрҙә лә ыңғай ҡараш һаҡларға һәм үҙ-үҙеңә ышанырға кәңәш итә.
Эзотериктар иһә, кеше үҙенә кәрәкле ваҡиғаларҙы һәм кешеләрҙе йәлеп итеп, ысынбарлыҡҡа йоғонто яһай ала, тип инана. Шуға күрә "Барыһы ла яҡшы!", "Мөғжизәле!" һәм башҡа шундай һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланыу мөһим мәғәнәгә эйә.
Шөкөр, Аллаға шөкөр, тип кенә торабыҙ беҙ ҙә һәм шөкөр итә белеүҙең дә әһәмиәтен яҡшы аңлайбыҙ.
Фото: vk.com.