Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2022, 18:43

Юл фажиғәләре - 21 март

Уҙған тәүлектә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, алты кеше йәрәхәтләнгән, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 35 иҫерек водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 21 март
Юл фажиғәләре - 21 март

Кисә киске сәғәт ете тирәһендә Ауырғазы районының Талбазы ауылында "Hyundai Accent" менән "Hyundai Creta" машиналары бәрелешкән. Аварияла "Hyundai Accent" машинаһының 10 йәшлек пассажиры йәрәхәтләнгән. "Hyundai Creta" водителенең, 42 йәшлек ирҙең, иҫерек булғаны билдәле. Уға ҡарата административ материал төҙөлгән (иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеү), автомобиле махсус туҡталҡаға ҡуйылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 21 март
Юл фажиғәләре - 21 март
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: