Янғындарҙа һәләк булған кешеләрҙең 95 проценты ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙәре сәбәпле фажиғәгә тарыған.
Бәләкәй балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Балаларға ут менән шаярыуҙың ҡурҡыныс булыуын, йортта янғын сыҡҡанда өйҙә йәшенмәй, урамға сығырға кәрәклеген аңлатығыҙ.
Янғындың беренсе билдәләре беленеү менән шунда уҡ берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә (112) йәки 01 телефонына шылтыратығыҙ һәм һуңынан үҙ аллы янғынды һүндерергә тырышып ҡарағыҙ. Ләкин төтөн, ут янғын сығанағына юлды ҡаплаһа, шунда уҡ бинанан тышҡа сығыуҙы хәстәрләгеҙ. Ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе ябырға онотмағыҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.