Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2022, 14:25

Яҡташыбыҙ лотереяла еңгән

Әммә һуңынан 19 йәшлек ҡыҙ полицияға эләккән...

Яҡташыбыҙ лотереяла еңгән
Яҡташыбыҙ лотереяла еңгән

Октябрьский ҡалаһынан йәш ҡыҙ лотереяла еңеүе хаҡында хәбәр ала, әммә приз уны ныҡ ғәжәпләндерә. Һөҙөмтәлә 19 йәшлек ҡыҙ полицияға эләгә.

Уның һүҙҙәренсә, уға социаль селтәрҙә таныш булмаған ир автомобиль өсөн аудиосистема отоуы хаҡында хәбәр иткән. Ләкин бер мөһим шарт булыуын да белдергән – бүләк алыу өсөн һылтанма буйынса инеп, махсус текст менән хәбәр ебәрергә кәрәк икәнен. Ҡыҙ бөтә шартты үтәп  «Ҡатнашам» тексы менән хәбәр ебәрә. Күпмелер ваҡыттан һуң яңы шарттар барлығы асыҡлана: бүләкте илтеп биргән өсөн түләүгә. Әңгәмәсе, ҡыҙҙың ышанысын аҡлау өсөн, бүләк менән фото ла һала. Ҡыҙ бүләк алырға теләп, 4900 һум аҡсаһын әңгәмәсе күрһәткән иҫәпкә күсергән. Ошонан һуң бәйләнеш өҙөлгән.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: