Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2022, 20:57

"Йәштәр" карьерында кино эпизодын төшөрәләр

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына ҡараған "Йәштәр" карьерына танылған актер Сергей Безруков кино төшөрөүсе төркөм менән бергә килеп төшкәс, ниһайәт, таусылар тураһында кинофильм төшөрәләр икән, тип ҡыуанғайныҡ. Ләкин, асыҡланыуынса, майор Бессонов тураһындағы сериал өсөн эпизод төшөрөргә генә килгәндәр икән. Ярай, ҡалай ҙа булһа, шахтерҙар актерҙан автографтар алып, бергә фото төшөп һөйөндө.  

"Йәштәр" карьерында кино эпизодын төшөрәләр
"Йәштәр" карьерында кино эпизодын төшөрәләр

Үҙенә күрә бер иҫтәлекле ваҡиға булып ҡалды Безруковтың карьерға килеүе. 

Әйткәндәй, "Йәштәр" карьеры Силәбе өлкәһендәге Межозерный ҡасабаһында урынлашҡан. Ҡасаба ҡалаға яҡын ғына булғас, шахтала учалылар күп эшләй.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

"Йәштәр" карьерында кино эпизодын төшөрәләр
"Йәштәр" карьерында кино эпизодын төшөрәләр
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: