Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2022, 19:09

«Шаяниум – 2022» уйынында ҡайһы команда гран-при яуланы?

Бөгөн Өфөнөң мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә финал үтте. Алдан әйтеүебеҙсә, «Шаяниум» КВН уйыны быйыл 20-се тапҡыр уҙғарылды. Юбилей миҙгеленең девизы: «Ғүмер ҡыҫҡа — үткәрмә бушҡа».

«Шаяниум – 2022» уйынында ҡайһы команда гран-при яуланы?
«Шаяниум – 2022» уйынында ҡайһы команда гран-при яуланы?

Ойоштороусылар билдәләүенсә, быйыл уйындарҙа бөтәһе 32 команда ҡатнашҡан, шуларҙың 14-е ярымфиналға сыҡҡан. Ә финалда 9 команда сығыш яһаны.

Уйынсылар – шаян һәм отҡорҙарҙы Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева ла сәләмләне. Балаларға һәм уларҙың етәкселәренә башҡорт КВН-ын үҫтереүҙә ҡатнашҡандары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

Ә командалар һәр ваҡыттағыса тырышып әҙерләнгәйне. Көнүҙәк темаларға ҡағылышлы шаяртыуҙары ла булды, хатта сәйәси ваҡиғаларға ла иғтибар иткәндәр. Шулай уҡ халыҡтар дуҫлығын күрһәткән, ғаиләлә һәм төрлө урында булған (айырыуса поликлиникала) мәҙәк хәлдәр тураһында ла һөйләнеләр.

Балаларса. Ололарса. Ҡыҙыҡ. Күңелле. Берҙәм. Тырышлыҡ менән. Туған телде яратып. Оҫталарса. Быйылғы “Шаяниум” да шулай үтте.

Ә еңеүселәр?

3-сө урын – “Һупайлы дәрүиштәре” (М. Исҡужин ис. 136-сы башҡорт лицейы), ”Ша-Шу-Ша” (122-се башҡорт гимназияһы), ”Сәтәкәй” (48-се башҡорт лицейы)

2-се урын – ”ХХ централ” (Ф. Мостафина ис. 20-се ҡала башҡорт гимназияһы), ”Тағы ла “2” (2-се башҡорт лицейы)

1-се урын – ”Ҡырғаяҡтар” (1-се республика полилингваль гимназияһы)

Гран-при – ”Кендектәр” (М. Кәрим ис. 158-се башҡорт гимназияһы)

Номинациялар:

Иң берҙәм команда” – ”Етегән+1” (Р. Бикбаев ис. 102-се башҡорт гимназияһы)

Милли колорит” – ”Ығы-зығы” (З. Биишева ис. 140-сы башҡорт гимназияһы)

Иң шәп ҡыҙ” – Ангелина Халиҡова (“Тағы ла “2”)

Иң шәп егет” – Алсынбай Ғарифуллин (“Ша-Шу-Ша”)

Рус мәктәптәре араһында “Затонград” (4-се мәктәп) командаһы еңеүсе.

Бынан тыш, ”Ҡурай” телеканалы, ”Ағиҙел” халыҡ кәсептәре берекмәһе, шәхси эшҡыуар Динар Шаһиев та бүләктәрен бирҙе.

 

Фото: Юлай Кәримов.

«Шаяниум – 2022» уйынында ҡайһы команда гран-при яуланы?
«Шаяниум – 2022» уйынында ҡайһы команда гран-при яуланы?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: