Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2022, 09:45

Ҡотҡарығыҙ! Ришат Төхвәтуллинды бер фанаты эҙәрлекләй!

Был хаҡта Ришат үҙенең социаль селтәрҙәренең береһендә хәбәр иткән.

Ҡотҡарығыҙ! Ришат Төхвәтуллинды бер фанаты эҙәрлекләй!
Ҡотҡарығыҙ! Ришат Төхвәтуллинды бер фанаты эҙәрлекләй!

Йырсы әйтеүенсә, уны 45 йәштәр тирәһендәге Өфөлә йәшәүсе фанаты эҙәрлекләй. Ул үҙен бөтөн кешегә, Ришаттың кәләшемен, тип һөйләп йөрөй, өйөнә тиклем килә, өйҙән сыҡҡанын һағалап тора һәм ят номерҙарҙан телефонына шылтырата икән.

- Ул барыһына ла, тиҙҙән өйләнешәсәкбеҙ, һөйләп йөрөй. Кемдер шылтыратҡанға уянып китһәм, ишек төбөндә ул баҫып тора. Бер ҙә ҡыуанырлыҡ хәл түгел бит әле, хатта ҡурҡыныс, тип тә әйтер инем. Был ҡатынға күп тапҡыр барыһын да аңлатып та ҡараным. Ләкин ул һаман үҙенекен тылҡый, беҙ бер-беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгәнбеҙ, ти.  Етмәһә, минең осрашып йөрөгән ҡыҙым Әлиәне ҡарғай, уны әрләй. Бер тапҡыр беҙ таҙарыныу өсөн әбейгә лә барҙыҡ. Миндә бер ни ҙә тапманы, ә бына Әлиәлә боҙом булыуын әйтте. Сихырҙы саҡ бөтөрттөк.

Был ҡатынды подъездан ҡыуып сығарғас, ул хәҙер мине урамда көтә, – тип яҙа йырсы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: