Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2022, 12:08

Оҙон ғүмерлелекте ҡул биреп күрешеү буйынса ла белергә була

Тикшеренеүҙәргә ышанһаҡ, оҙон ғүмерле булыу йәшәү рәүешенә генә түгел, тыумыштан бирелгән мәғлүмәттәргә лә бәйле.

Оҙон ғүмерлелекте ҡул биреп күрешеү буйынса ла белергә була
Оҙон ғүмерлелекте ҡул биреп күрешеү буйынса ла белергә була

Баҡһаң, белгестәр үткәргән тикшереүҙәр буйынса, пеләш кешеләргә йөрәк ауырыуҙары менән сирләү хәүефе ҙур икән.  Ә йөрәк ауырыуы оҙон ғүмерлелеккә етди ҡаршылыҡ булып тора.

Тағы ла ғалимдар ғүмер оҙонлоғоноң бармаҡ оҙонлоғона бәйле булыуын асыҡланған. Тикшереүҙәрҙең береһендә 60 йәштән өлкән 4500 ир-егет ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә һуҡ бармағы сығанаҡ бармаҡтан  оҙонораҡ булған ирекмәндәрҙең простата биҙе яман шеше менән һирәк сирләүе билдәле булған.

Ә ҡул ҡыҫып күрешеү менән оҙон ғүмерлелек араһындағы бәйләнеште тикшереү буйынса тәжрибә  25 йыл дауам иткән. Унда 45 – 68 йәштәрҙәге 6 мең кеше ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә ғалимдар  ҡулды ныҡ итеп күрешкән кешеләрҙең һирәгерәк ауырыуын һәм оҙағыраҡ йәшәүен билдәләгән.

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, диндар кешеләрҙең дә оҙағыраҡ йәшәүе асыҡланған. Бәлки, был уларҙың сәләмәт тормош алып барыуы, фекерҙәштәренең тыныс мөхитендә йөрөүе менән бәйлелер.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: