Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2022, 09:00

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары 22 һәм 23 мартҡа һауа торошон хәбәр итте. Метеорологтар республикала ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы тураһында иҫкәртте. Һауа температураһы 14 градусҡаса һалҡын буласаҡ.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ – 2 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылы.

23 мартта бер аҙ ҡар, көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә – 4–9 аяҙытҡанда -14 градусҡаса, көндөҙ 3 градус йылынан 2 градусҡаса һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: