-1 °С
Болотло
Сәғит Мифтахов исемендәге башҡорт халыҡ театры актерҙары Салауат Әбүзәровтың "Күрәҙәсе" трагикомедияһы менән "халыҡ" исемен тағы бер тапҡыр уңышлы раҫланы. Театр коллективының уйынын республика халыҡ ижады үҙәге вәкиле, Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмурзина баһаланы.
Уның билдәләүенсә, коллективта яңы кешеләр ҙә бар, һәр береһе ролен күңелен һалып уйнай.
Фото: Нуриман районы хакимиәтенән.