"Ошондай саралар эшебеҙҙе йомғаҡларға, ҡайҙа икәнебеҙҙе аңларға һәм киләсәккә көс һалыу нөктәләрен белергә ярҙам итә."
Күргәҙмәлә Рәсәйҙең 32 төбәгенән предприятиелар ҡатнаша. Туғандаш Беларустан да компнаиялар килгән - быны мин айырым әйткем килә. Был - 2021 йылдың декабрендә Минск ҡалаһына беҙҙең делегацияның барыу һөҙөмтәһе.
Башҡортостан илебеҙҙең алдынғы аграр төбәктәренең береһе булып тора. Беҙҙә ныҡлы агросәнәғәт комплексы бар һәм уны үҫтереү өсөн күпте эшләйбеҙ, был артабан да дауам итәсәк.
Әле алдыбыҙҙа бер нисә бурыс тора. Ваҡытында һәм сифатлы итеп яҙғы сәсеү капанияһын атҡарырға кәрәк. Беҙ фермерҙарға, ЛПХ-ларға, ауыл хужалығы кооперативтарына, эре инвестпроекттарға, аҙыҡ түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятеларына ярҙам итеүҙе, техника паркын яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Ауыл хужалығы машиналарын төҙөү һәм запас частәр етештереү өлкәһендә импортты алмаштырыу мөһим һорау булып тора, был тәңгәлдә беҙҙең предприятиеларҙа айырым уңыштар бар.
Шулай ҙа республика агросәнәғәтендәге барлыҡ уңыштар - аграр өлкә хеҙмәткәрҙәрендә. Һәр бер хеҙмәткәргә рәхмәт белдерәм. Ауыл хужалығы тармағында үҙ эшенең оҫталары эшләй - улар булғанда беҙгә бер ниндәй ҙә аҙыҡ-түлек көрсөгө янамай.
Бөгөн РФ ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин менән тармаҡҡа бәйле һорауҙар һәм дәүләт яғынан ярҙам саралары тураһында һөйләштек. Быға аңлау бар, алға хәрәкәт итәсәкбеҙ, - тип яҙған төбәк етәксеһе.