Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2022, 11:32

Дарыу эсеп ағыуланған ҡыҙҙарҙың берәүһе әле ИВЛ-да

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан Стәрлетамаҡ ҡалаһында дарыу эсеп ағыуланған ҡыҙҙарҙың хәле тураһында хәбәр иттеләр. 

Дарыу эсеп ағыуланған ҡыҙҙарҙың берәүһе әле  ИВЛ-да
Дарыу эсеп ағыуланған ҡыҙҙарҙың берәүһе әле ИВЛ-да

 

 Уларҙы Республика балалар клиник дауаханаһына алып килгәндәр. Хәлдәре әле тотороҡло, ыңғай динамика бар. Дүртәүһе үҙ аңында, берәүһе яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған, шулай уҡ ыңғай үҙгәреш күҙәтелә.

   Билдәле булыуынса, ҡыҙҙарҙың береһе уҡыу йортона ололар өсөн тәғәйенләнгән көслө дарыу алып килә. Ул мускулдарҙың тонусын күтәреү өсөн (шул иҫәптән склероздан һәм параличтан) ҡулланыла.  Уны тик рецепт буйынса ғына бирәләр. Был дарыуҙың ҡыҙҙарҙың ҡулына нисек килеп эләккәнен хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшерәсәк. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: