

Был форумда халыҡ үҙенең идеялары, тәҡдимдәре менән сығыш яһай аласаҡ. Кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа нисек нисек йәлеп итергә? Балаға һөнәр һайлағанда нисек ярҙам итергә? Ауылдарҙы нисек үҫтерергә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар биреләсәк. Сараға ideas.roscongress.org. һылтанмаһы буйынса теркәлергә мөмкин. Идеялар туплау 1 апрелгә тиклем дауам итә.
«Яңы заманға көслө идеялар» форумы тәүге тапҡыр 2020 йылда үткәрелгән. Сараға илебеҙҙең төрлө төбәгенән 15 мең идея килгән. Тәҡдимдәр һаны буйынса Башҡортостан дүртенсе урында – республика халҡы йәмғеһе 615 тәҡдим ебәргән. Шулар араһынан туғыҙ яҡташыбыҙ иң яҡшы идеялар рейтингына эләккән. Беҙҙекеләр тәҡдим иткән идеялар - «Ярҙам» мобиль бригадаһы, «Ихтыяр көсө» онко-клубы, «Тыуған республикала бизнес үҫтереүгә бер аҙым» мәғариф проекты һ.б.
Бөгөнгө форум онлайн тәртиптә үткәрелә: tass.ru/press