Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2022, 11:42

Байрашевтар ғаиләһе республика етәкселегенә бик рәхмәтле!

Улар Мысырҙан Өфөгә бер айҙан һуң ғына ҡайтып төшә.

Байрашевтар ғаиләһе республика етәкселегенә бик рәхмәтле!
Байрашевтар ғаиләһе республика етәкселегенә бик рәхмәтле!

Байрашевтар ғаиләһе сит илгә 24 февралдә осҡан була. Килеп тыуған хәл, авиабәйләнеште ябыу айҡанлы, ирекһеҙҙән шунда ҡалырға тура килә. Етмәһә, блокировка арҡаһында 10 марттан банк картаһы менән дә ҡуллана алмай башлайҙар.

– Социаль селтәрҙәр аша Башҡортостан Хөкүмәтенең сит илдә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтеүен белеп ҡалдыҡ та мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Ошо ярҙам менән беҙ Рәсәйгә ҡайттыҡ. Өйгә ҡайтҡас, беҙҙе сит илдән алып ҡайтыу буйынса команданың нисек тиҙ эшләүенә ғәжәпләндек. Республика Башлығы Радий Фәрит улы беҙҙең ҡайтыуҙы үҙе күҙәтеүгә алған. Беҙ, ете айлыҡ улыбыҙ, яҡындар, туғандар, ярҙам итеүселәрҙең барыһына рәхмәт белдерәбеҙ, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Регина Байрашева.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: