Бөгөн Өфөлә республикабыҙ башлығы Радий Хәбиров «ВДНХ-Экспо» комплексында үткән «АгроКомплекс» XXXII халыҡ-ара күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты.
Йылдағыса үткән Агросәнәғәт форумына күргәҙмәләр әҙерләнде. Сарала Рәсәйҙең 31 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан 280-дән ашыу компания ҡатнашты. Күргәҙмәлә фермерҙар етештергән ризыҡтар, тауарҙар, илебеҙҙә ҡоролған һуңғы модель ауыл хужалығы техникаһы тәҡдим ителде.
Радий Хәбиров һәм илдең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин Ауырғазы районында яңы төҙөлгән предприятиеға старт бирҙе. Алты мең ярым баш малға иҫәпләнгән комплекс йылына 60 мең тонна һөт етештерәсәк, 117 кешене эш менән тәьмин итәсәк. Тап ошондай предприятиелар ил иҡтисадының шаҡтай ҙур өлөшөн тулыландыра, тине Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин.
Андрей Разин әйтеүенсә, быйыл дәүләт ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән лимиттарға 25 миллиард һәм ҙур предприятиеларға 26 миллиард һум ярҙам йүнәлтәсәк. Һатып алынған техниканың шаҡтай ҙур өлөшөн субсидиялау мөмкинлеге бирелә.