Күгәрсен районының Мораҡ ауылында 13 йәшлек үҫмер ике пенсионерҙы янғындан ҡотҡарған. 14 мартта киске сәғәт 7-се 3 минутта Горький урамында дөйөм ҡыйыҡ аҫтындағы мунса, торлаҡ йорт һәм веранда ҡыйығы янған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һөйләүҙәренсә, йортта йәшәгән ир менән ҡатын янғын һүндереүселәр килгәнсе эвакуацияланған һәм зыян күрмәгән. Уларға 7-се класс уҡыусыһы Арыҫлан Шафиҡов ярҙамға ашыҡҡан. Ул күршеләренә йүгереп барып, өйгә ингән һәм уларға янғын хаҡында хәбәр иткән, һуңынан янғын һүндереүселәрҙе саҡырған. Ул ваҡытта өйҙән сығыу мөмкинлеге булмаған. Шуға күрә малай 68 йәшлек иргә һәм 67 йәшлек ҡатынға тәҙрә аша сығырға ярҙам иткән. Янғын һүндереүселәр 117 квадрат метр майҙанда сыҡҡан янғынды һүндергән. Әле үҫмерҙе бүләкләү мәсьәләһе ҡарала.
Фото: Т. Аманов