Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2022, 10:50

Башҡортостан мәктәптәренең береһендә ҙур янъял

 Биш уҡыусы ҡыҙ  бәҙрәфтә иҫһеҙ табылған.

Башҡортостан мәктәптәренең береһендә ҙур янъял
Башҡортостан мәктәптәренең береһендә ҙур янъял

Стәрлетамаҡта дәрес ваҡытында ҡала лицейҙарының береһендә һигеҙенсе класс уҡыусыларының бишәүһенең хәле насарайған, уларҙы бәҙрәфтә иҫһеҙ табалар. Уҡыусыларҙы «Ашығыс ярҙам» менән дауаханаға алып киткәндәр.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ хәбәр итеүенсә, был хәл 21 мартта булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, үҫмерҙәр бергәләп билдәһеҙ дарыуҙар ҡулланып ағыуланған. Зыян күреүселәрҙең барыһы ла ауыр хәлдә дауаханаға эләккән. Хәҙер, медицина даирәһендәге сығанаҡ һүҙҙәренсә, уларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай, ләкин ҡайһы берәүҙәр әле һаман аңына килмәгән.

Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк идаралығы тәфтишселәре әлеге осраҡ буйынса тикшереү башлаған, уның сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: