Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
Башҡортостанда санкциялар индерелгәндән һәм авиакомпанияларҙың рейстарын туҡтатҡандан һуң сит илдәрҙә ҡалған ватандаштарыбыҙға ярҙам итеү буйынса «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» оператив штабы эшләүен дауам итә. Ситуацион үҙәк күп каналлы телефон буйынса (347) 218-19-19 иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә. Консультация алыу өсөн +7 (904) 735-37-79 телефонының WhatsApp аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Маргарита Болычева әйтеүенсә, 24 февралдән Ситуация үҙәгенә республика халҡынан – 187, үткән аҙнала 75 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 22 мартҡа ҡарата Рәсәйгә 74 турист әйләнеп ҡайтҡан, ҡалған мөрәжәғәттәр буйынса эш дауам итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булышлығында уҙған аҙнала имеҙгән балаһы булған ғаиләне республикаға кире ҡайтарыуға өлгәшелгән.
– Бөтә туристар ҙа өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡансы, был эште дауам итегеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Т. АМАНОВ.