Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2022, 10:49

Бөгөн – Халыҡ-ара таксистар көнө

Кемдең таксиҙа бер тапҡыр ҙа йөрөгәне юҡ? Үәт, күп нәмәнән “ҡоро” ҡалғанһығыҙ. Иң ҡыйыу, иң етеҙ, иң сәйәсмән, иң зирәк һәм иң-иң, ҡыҫҡаһы, шәп кеше ул – таксист.

Бөгөн – Халыҡ-ара таксистар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара таксистар көнө

Иң тәүге такси 1636 йылда Лондонда йөрөй башлай. Автомобилдә түгел инде, ат менән. Күсерҙәр шул йылда кеше ташыуға тәүге лицензияһын ала. Шундай мәғлүмәт тә бар: иң-иң тәүге такси Боронғо Римдә үк булған – әлеге баяғы ат менән кеше ташығандар.

Тәүге моторлы такси-экипаждар – фиакрҙар 1890 йылда Францияла эшләй башлай.

Ҡыҙыҡлы факттар

Инглиз извозчиктары иҫәп приборын “таксиметр” тип атаған. Ул французсанан ”такс” – ”түләү”, грексанан “метрон” – “үлсәү” тигән һүҙҙәрҙән яһалған.

Лондондың тәүге такси машиналары йәшел һәм ҡыҙыл төҫлө булған. Хәҙер иһә – ҡара.

Һары такси һуңғараҡ, АҠШ эшҡыуары тәҡдиме менән билдәләнгән.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә һәм Германияла таксиҙар аҡһыл һары төҫтә, Таиланда – алһыу, Сингапурҙа – зәңгәр.

Рәсәйҙә тәүге таксистар 1907 йылда эшләй башлаған. 1912 йылда Мәскәү таксипаркы 230 машинанан торған.

Мәскәүҙә такси музейы эшләй.

Вьетнамда экзотик такси бар – филдәр кеше ташый.

 

Көләмәстәр

Машина туҡтай, иҫерек пассажир таксистан һорай:

- Минән нисә һум?

- Туғыҙ йөҙ.

- Уй! Минең ундай аҡсам юҡ та. Кире алып ҡайт, автобуста берәй нисек барып етермен әле...

********

- Ә һеҙ миңә вокзалға тиклем иң яҡын юлды өйрәтмәҫһегеҙме?

- Ғәфү итегеҙ, тик мин таксист.

 

********

Шуныһы ҡыҙғаныс: дәүләт менән нисек идара итергә белгәндәрҙең барыһы ла таксист йәки парикмахер булып эшләй.

********

Такси көтөү ваҡыты

Бер ҡайҙа ла ҡабаланмайым: бер минуттан машина килеп етә.

Берәй ергә ашыҡһам: “Һеҙҙең машина 7 минутҡа тотҡарлана. Көтәһегеҙме?“

********

- Если абстрагироваться от самого факта создания Трампом довольно опасного социально-политического прецедента (предыдущие события аналогичного характера что имели место в 1814 году не учитываются), то лично у меня самую большую обеспокоенность вызывает очень вероятная возможность достаточно жесткой левой реакции и возможные краткосрочные спекулятивные шатания фондового рынка США.

Николай Петрович, 67 лет, водитель такси, Томск.

Бөгөн – Халыҡ-ара таксистар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара таксистар көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: