22 мартта Өфөлә «Агрокомплекс 2022» агросәнәғәт форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин менән осрашты. Яҡтар санкция шарттарында ауыл хужалығы предприятиеларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү хаҡында һөйләште.
– Башҡортостанда аграрийҙарға тейешле иғтибар бүленә. Картуф үҫтереүҙә яҡшы мөмкинлектәр бар. Дөйөм алғанда, хәүефле ер биләмәһен иҫәпкә алып, орлоҡ әҙерләү буйынса күләмде арттырыу мөһим. Өфө күргәҙмәһендә илебеҙҙә етештерелгән орлоҡтарҙы күреү ҡыуаныслы. Был импортты алмаштырыу шарттарында бик яҡшы күренеш. Рәсәй орлоҡсоларына ярҙам саралары әҙерләйбеҙ, – тип белдерҙе Андрей Разин.
2021 йылда «Росагролизинг» ойошмаһы ярҙамында Башҡортостан 1,6 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Әле тағы 2 миллиард һумға ғариза ебәрелгән. Ауыл хужалығы министры был хеҙмәттәшлек емешен юғары баһаланы.
– Беҙ ауыл хужалығы тармаҡтарын модернизациялау маҡсатын ҡуйҙыҡ. Башҡортостан тулайым һөт һәм ит продуктының күләме буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙы биләй. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса Башҡортостан 2020 йылда алтынсы урындан бишенсегә күтәрелде. Беҙ был өлкәне артабан үҫтерәсәкбеҙ, – тине осрашыуҙа Радий Хәбиров.