Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2022, 16:43

Үҙ-ара хеҙмәттәшлек киңәйәсәк

Яҡын арала Башҡортостан Донецк Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләй.  

Үҙ-ара хеҙмәттәшлек киңәйәсәк
Үҙ-ара хеҙмәттәшлек киңәйәсәк

Әлегә документ федераль ведомстволарҙа һәм Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығында килешеү үтә. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе.

Килешеү проектының нигеҙендә – Башҡортостан һәм Донецк Халыҡ Республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында коммюнике. Уға 20 мартта Донецкиҙа республика етәкселәре Радий Хәбиров менән Денис Пушилин ҡул ҡуйғайны. Ошо документҡа ярашлы, сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, ғилми-техник хеҙмәттәшлек, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, йәштәр сәйәсәте, мәҙәниәт һәм туризм өлкәһендә бәйләнештәрҙе үҫтереү үҙ-ара эш итеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тора.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: