Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2022, 16:15

Юл фажиғәләре - 20 март

Кисә республика юлдарында өс автомобиль аварияһы теркәлгән, өс кеше йәрәхәтләнгән, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 48 иҫерек водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 20 март
Юл фажиғәләре - 20 март

Кисә киске сәғәт етелә Туймазы районында, Өфө-Һамар-Силәбе автомобиль юлының 1318-се саҡрымында, 47 йәшлек ир "ВАЗ-2121" машинаһында йәйәүлене тапаған. Бәләбәйҙән 58 йәшлек ир төрлө йәрәхәттәр алған. Уны дауаханаға оҙатҡандар. Водителдең әйтеүенсә, йәйәүле юлға ҡапыл йүгереп килеп сыҡҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: