Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2022, 15:30

Юғары технологиялы йыһаздар етештереү предприятиеһы асылыуы ихтимал

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы вәкилдәре потенциаль инвестор менән «Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә мебель етештереү буйынса яңы предприятие асыуҙы тикшерҙе.

Юғары технологиялы йыһаздар етештереү предприятиеһы асылыуы ихтимал
Юғары технологиялы йыһаздар етештереү предприятиеһы асылыуы ихтимал

«Заманса мебель технологиялары» компанияһы индустриаль паркта юғары технологиялы йыһаз етештереү буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырға ниәтләй.

Инвестор 100 миллион һум аҡса һалырға уйлай. Предприятиела 40-ҡа яҡын яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Республика Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов әйтеүенсә, алда торған бурыс – продукция етештереү һәм һатыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу.

Әйткәндәй, «Өфө» индустриаль паркында резидент булыу инвесторға һалым ташламалары һәм майҙансыҡты уңайлы хаҡҡа ҡуртымға алырға мөмкинлек бирә.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

 

Юғары технологиялы йыһаздар етештереү предприятиеһы асылыуы ихтимал
Юғары технологиялы йыһаздар етештереү предприятиеһы асылыуы ихтимал
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: