Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2022, 10:08

Яратҡан уҡытыусың өсөн тауыш бир!

"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы —  2022" республика конкурсында  "Тамашасы һөйөүе"нә лайыҡ булыусы уҡытыусыны билдәләүҙә  ҡатнаша алаһығыҙ.  

Яратҡан уҡытыусың өсөн тауыш бир!
Яратҡан уҡытыусың өсөн тауыш бир!

 

Бөгөн, йәғни 21 мартта Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының  “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми битендә    https://vk.com/education.bashkortostan “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2022” республика конкурсына онлайн тауыш биреү ойошторола. Ул тамашасы  һөйөүенә лайыҡ булыусы конкурсантты билдәләргә ярҙам итәсәк.

Шул уҡ ваҡытта “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022”  XXVII  төбәк-ара конкурсына ла онлайн-тауыш биреү үтә.   

Яратҡан уҡытыусың өсөн иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем тауыш бирергә мөмкин.

 Онлайн тауыш биреү буйынса иң күп тауыш йыйыусы ике уҡытыусы  еңеүсе тип билдәләнә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: