Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин һәм "Бизнес коррупцияға ҡаршы" йәмәғәт процедуралары үҙәге ойошмаһының башҡарма директоры Вадим Үтәшев эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре буйынса үҙ-ара эш итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Вадим Үтәшевтың билдәләүенсә, 2022 йылда республика ҡалаларында һәм райондарында эшҡыуарҙарға ярҙам йәһәтенән бер нисә күсмә ултырыш ойоштороу планлаштырыла.
- Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһендә именлек - Башҡортостан иҡтисады үҫешенең төп нигеҙҙәренең береһе булып тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилгә ярҙам һорап + 7 (347) 218-18-18 телефоны буйынса йәки электрон почта аша мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бынан тыш, бизнес вәкилдәренең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия эшләй: + 79174001818.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.