Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2022, 22:54

Туймазылағы яңы инфекция үҙәге тәүге пациенттарын ҡабул итте

Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәрҙәге яҙмаһы яңы медицина учреждениеһының эш башлауына арнала. "Һүҙебеҙҙе тотабыҙ”, – тип яҙа ул үҙенең сәхифәһендә.   

Туймазылағы яңы инфекция үҙәге тәүге пациенттарын ҡабул итте
Туймазылағы яңы инфекция үҙәге тәүге пациенттарын ҡабул итте

 Төбәк етәксеһе госпиталдә пациенттар һәм табиптар өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн  мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә, тип билдәләй. Унда кәрәкле диагностика һәм дауалау ҡорамалдары, КТ, УЗИ, рентген – аппараттар бар.  Һәр койкаҡа кислород тоташтырылған. Бокстар яҡты һәм иркен. Госпиталдә  юғары квалификациялы һәм коронавирусты дауалауҙа ҙур тәжриәбһе булған табиптар эшләй.

Радий Хәбиров ковид-госпиталь пациенттарнына  һәм бөтә республика халҡына  һаулыҡ теләне.

Фото:Башинформ.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: