Төркиәлә иртәнге аш өҫтәленә мотлаҡ йомортҡа ҡуйыу ғәҙәте бар. Уны бөтәүләй ҙә бешерәләр, табала үҙенсәлекле итеп “менемен” (йәшелсәләр менән ҡурылған йомортҡа, айырыуса буйҙаҡтар ярата) дә ҡуралар, егәрле хужабикәләр омлет та әҙерләй.
Баҡһаң, шпинат ҡушып, еңелсә ҡыҙҙырылған йомортҡа иммунитетты күтәрә икән. Төркиәнең “En son haber” баҫмаһында был ризыҡты яман шештән профилактика рәүешендә ҡулланырға ла була, тип яҙғандар.
Эйе, йомортҡа ла, шпинат та бик файҙалы ризыҡтар. Ә бергә улар – магний, фосфор, йод сығанағы. Бауырҙы ла таҙарта, шешенеүгә лә кәртә булып тора, тештәрҙе һәм һөйәктәрҙе лә нығыта икән.
Фото: ensonhaber.com